Башҡортостанда һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә
Тотороҡһоҙ һауа шарттарына б әйле, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы ведомстволар республикала йәшәүселәргә уяу булырға, етди сәбәпһеҙ алыҫ юлға сыҡмай торорға кәңәш итә. Ҡатмарлы юл шарттарын иҫәпкә алып, уҙған тәүлектә республика биләмәләрендәге 9 юл участкаһында транспорт хәрәкәтенә сикләүҙәр индерелде. Сәғәт 12-гә алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, әле барлыҡ юлдарҙа ла сикләүҙәр алынған.