Үрге Әрмет ауылы эргәһендә яңы һыу йыйыу башняһы урынлаштырылды
Үрге Әрмет ауылы эргәһендә яңы һыу йыйыу башняһы урынлаштырылды
Әрмет ауылы биләмәһенә ҡараған ауылдарға үҙәкләштерелгән һыу үткәргес 1980- се йылдар аҙаҡтарында һуҙыла. Йылдар үтеү менән, һыу насостары иҫкереү сәбәпле, күптәр һыуһыҙ ҡалып интеккән. Бынан тыш, иҫке ҡоролмалар электр энергияһын да ныҡ сарыф иткән. Яңы ғына Үрге Әрмет һәм Түбәнге Әрмет халҡын һыу менән тейешле кимәлдә тәьмин итер өсөн, яңы һыу йыйыу башняһы ҡуйылды.