15 декабрь – Халыҡ-ара сәй көнө!
15 декабрь – Халыҡ-ара сәй көнө!
Халыҡта “Тәмле сәй – яҡты сырай” тигән әйтем бар. Сәйең тәмле булһа, йөҙөң яҡты, тимәк. Ысынлап та, беҙҙә сәй – ҡунаҡсыллыҡ билдәһе лә, хужабикәнең оҫталығы күрһәткесе лә. Ниндәй генә затлы ниғмәттәр менән һыйлама, ҡунаҡтарға тәмле сәй тәҡдим итә алмаһаң, табыныңдың йәме булмаясаҡ. Уны затлы ҡунаҡтарға ла, “ут алырға” ғына ингән күршеңә лә тәҡдим итәһең, ә инде кеше килеп инеүгә хужабикә сәйгүн-самауырға үрелмәһә – беҙҙең өсөн ят күренеш. Ишембай районының Урман - Бишҡаҙаҡ ауылында ғүмер итеүсе Фәйрүзә Арыҫланғәлина өйөнә килгән һәр кемде тәмле үлән сәйе менән ҡаршы ала.