Нефтекамала өс бала һәләк булған янғын буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды
Башҡортостан башлығы Р адий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Нефтекаманың Әмзә ауылындағы янғын сәбәптәрен асыҡларға ҡушты. Ҡот осҡос фажиғәлә өс баланың ғүмере өҙөлгән. Янғын сыҡҡан ваҡытта балалар өйҙә яңғыҙ була; ғаилә социаль хәүеф төркөмөнә ҡараған ғаиләләр иҫәбендә тора. Төбәк етәксеһе хәүефһеҙлек системаһының ни өсөн эшләмәүен асыҡларға, шулай уҡ урындағы властарҙың имен булмаған ғаиләләрҙе контролдә тотоу буйынса эшен тикшереү бурысын ҡуйҙы.