Янғын һүндереү-ҡотҡарыу подразделениелары Салауат ҡалаһындағы янғынды һүндерҙе
Рәсәйҙең Ғәҙәттән ты ш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, бөгөн иртәнге сәғәт 10-сы ун минут тирәһендә «Свеча» предприятиеһында шартлау тураһында хәбәр килә. Алдан билдәле булыуынса, емереклектәр аҫтында бер кеше ҡалыуы ихтимал. Уны эҙләү буйынса барлыҡ кәрәкле саралар күрелә. Шулай уҡ өс ир ашығыс рәүештә ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла. Был турала үҙенең социаль селтәрҙәрендә Айрат Рәхмәтуллин яҙған.