Ташҡынға әҙерлек

Башҡортостанда 25 марттан ҡарҙың әүҙем ирей башлауы көтөлә. Йылғалар ваҡытынан алда асыласаҡ. Тығын ихтималлығы булған урындарҙы белгестәр боҙҙо шартлата, ҡырҡа, ҡаралай башланы – республика яҙғы ташҡынға әҙерләнә. Шишмә районында Өршәк йылғаһында тәүге шартлауҙар февраль айында уҡ яңғыраны. Үҙеңде һәм торлағыңды ташҡындан нисек һаҡларға һәм ашығыс эвакуация осрағына «хәүефле сумаҙанға» нимәләр һалырға? Ошо хаҡта Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенән эфирҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова һөйләй. Ваҡытлыса урынлаштырыу урындары тураһында көнүҙәк мәғлүмәтте муниципалитеттарҙан алырға, ә ғәҙәттән тыш хәл осрағында – 112 һандарын йыйып, берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға мөмкин. Яҙғы ташҡын ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында тулыраҡ – видеола.

Иконка канала МЧС Башкортостан
106 подписчиков
12+
3 месяца назад

, чтобы оставлять комментарии