Ишембай данын республикала ғына түгел, сит өлкә, илдәргә ла тарата улар
Ишембай данын республикала ғына түгел, сит өлкә, илдәргә ла тарата улар
Бөгөнгө студенттар араһында белемгә ынтылышлы, маҡсатлы йәштәрҙең күп булыуы шатландыра. Ишембай нефть колледжы ла һәләтле, тырыш студенттары менән лайыҡлы ғорурлана ала. Уҡыу ғына түгел, үҙеңде төрлө яҡлап үҫтереү өсөн дә мөмкинлектәр бар колледжда. Ә тырыш студенттар бының менән файҙалана белә. Бик күптәре спорт менән шөғөлләнә, араларында бына тигән көрәшселәр ҙә бар.