Атайсал
Атайсал
Хөрмәтле телевизор ҡараусылар! 29 октябрҙә Сәләм каналында ( Уфанет 156, 702, Ростелеком 760 каналдар) 21 сәғәттә сираттағы “Атайсал” тапшырыуы эфирға сыға. Сираттағы ҡунаҡтарыбыҙ – Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылынан. Һәр ауылда ошо проектта ҡатнашып, ауылдаштарына, ерҙәштәренә ярҙам ҡулын һуҙыусылар бар. Әйҙәгеҙ, уларҙы ла бар республика халҡы ҡараһын, уларҙың исемдәрен белһен! Уның өсөн миңә 8 987 628 16 72 һандарына шылтыратыу ҙа етә! Беҙҙең ижади төркөм һәр ваҡыт юлға сығырға әҙер!