Сәлих ауылында йәшәгән Вәлиевтар ғаиләһен белмәгән кеше юҡ
Сәлих ауылында йәшәгән Вәлиевтар ғаиләһен белмәгән кеше юҡ
Ябай ағас киҫәгенән күҙҙең яуын алырҙай әйберҙәр эшләгән кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгел. Ғәҙәттә, уларҙы “алтын ҡуллы” тип йөрөтәләр. Ауылда йәшәгән кешегә бер һөнәр эйәһе генә булыу килешмәй шул. Хәйер, ауылда кемеһен генә алма – тырышып донъя көтә, ҡасандыр бала саҡта ябай ҡыҙыҡһыныу, яратҡан шөғөл генә булған йүнәлеште лә кәсепкә әйләндереп, килем алырға мөмкин. Беҙҙең ижади төркөм шундай кешеләрҙең береһе менән танышып ҡайтты.