Эттәр тоғро дуҫмы, дошманмы ?
Эттәр тоғро дуҫмы, дошманмы ?
Берәҙәк эттәр халыҡҡа ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Ташланған мәхлүктәр үҙ алдарына ашарға табырға мәжбүр булып, өйөрҙәргә берләшә. Улар бик күп төрлө сирҙе таратыусы булырға мөмкин. Эттәр шулай уҡ йорт территорияларын бысратырға, балаларҙы ҡурҡытырға һәм кешеләрҙе тешләргә мөмкин. Әгәр мәхлүктең хужаһын табыу мөмкинселеге булмаһа, махсус хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шундай хеҙмәттәрҙең береһе Салауат ҡалаһындағы « Мазай» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Ул берәҙәк эттәрҙе аулау менән шөғөлләнә. Ошо көндәрҙә Ишембай муниципаль хәкимиәте һорауы буйынса улар смаҡай ауылына килде.